0%

Көҙ етте(шиғыр). Муса Йәлил

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Көҙ етте (шиғыр )
автор Муса Йәлил
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Көҙ етте


 Киң болондарҙа,
 Урман-ҡырҙарҙа
 Ағастар, гөлдәр
 Кибеп һулынылар.
 Уйһыу ерҙәрҙә,
 Йылға, күлдәрҙә
 Көҙгө һалҡындан
 Һыуҙар туңдылар.
 Көндәр һыуынды,
 Шишмәләр тынды.
 Беҙҙе ҡалдырып
 Ҡоштар ҙа китте.

 


1988 йыл